Ҡойроҡ

Ни өсөн хайуандарҙың ҡойроғо бар, ә кешенең юҡ?

Иләү
Ҡойроҡ
Иләү

Хайуандарға ҡойроҡ бик кәрәк ул. Балыҡтарға хәрәкәт итеү, йөҙөү өсөн.

Ҡоштарға ҡойроҡ осҡанда руль хеҙмәтен үтәй. Ә ҡайһы бер ҡоштарға ҡойроҡ матурлыҡ өсөн кәрәк. Ерҙә өҫтөндә йәшәүсе һәм һунар итеүсе хайуандарға ҡойроҡ йүгергәндә, һикергәндә тигеҙлек һаҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, юлбарыҫ, гепард, арыҫландарға. Бүреләргә һәм эттәргә йүгергәндә ярҙам итә. Шулай уҡ улар ҡойроҡ ярҙамында бер-береһе менән аралаша.

Ҡаңғыртҡыс себен-күгәүендәрҙән хайуандар ҡойроҡтары ярҙамында һаҡлана.

Көнгәрә өсөн ҡойроҡ ҡойроҡ ҡына түгел, ә бишенсе аяҡ!

Кеҫәрткеләр ҡойроҡтарында туҡлыҡлы матдәләр һаҡлай.

Ә кешенең ҡойроғо - балалар!

Беҙ бөгөн Жәлил Кейекбаевтың "Айыуҙың ни өсөн ҡойроғо юҡ" тигән өкиәтен тыңлайбыҙ.

Зульфия Даянова
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Иләү
Бәшмәк ауырыуы
Бәшмәк ауырыуы
Иләү
Тештәр һаулығы
Тештәр һаулығы
Иләү