Һүрелмәҫ моң, тынмаҫ тауыш

Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың алтын тауышы, башҡорт Левитаны, остазыбыҙ Әхәт Мотаһар улы Мортазин тураһында. 

Фото №1 - Һүрелмәҫ моң, тынмаҫ тауыш

 

Класташтары: 

- Беҙ башҡа класс балалары кеүек бер ҡасан да коридорҙа йөрөмәнек. Уҡытыусы булмаһа, йә тәнәфестә Әхәт концерт ойоштора, йә "Хәйерле көн, класташтар" тип диктор булып һөйләй, ул бейей, ул кәмит ҡуя. 

- Ауылда, отпускыhында иртә таңдан рюкзагын элеп әле бәшмәккә, әле үлән йыйырға сығып китә...

- Әле аят уҡытырға йыйындыҡ. Үткән йыл утап, гөлдәй итеп киткән баҡсаһына ҡарап илашабыҙ...

 

Бер туған апаһы Сәриә: "Балаларҙы ауылдан ебәреп тик яттыҡ. Бөтәһен дә ҡаранылар, уҡыттылар, үҙҙәрендә йәшәттеләр. Ҡайтһалар, Тәнзилә килен менән сумка-сумка күстәнәс менән ҡайттылар. Икеһе лә туған йәнле. 

Һуңғы йылдарҙа Әхәт: Апый, атай йортон һыуытмайыҡ, йышыраҡ йыйылайыҡ, балаларҙы күберәк осраштырайыҡ, ти ине. Бында беседка ҡуям, ошоно һүтеп быны төҙөйөм. Баҡсала ултырайык эйе бит, апый, һәр саҡ урманға сыҡмаҫбыҙ"-, тип эй пландар ҡорҙо. Әллә план ҡорорға ярамаймы икән...Тере кеүек ҡустыҡайым, тере кеүек. Үҙ күҙҙәрем менән ҡәбергә төшкәнен күрһәм дә...Әллә өндә, әллә төштә тик уның менән һөйләшәм..."

 

Яңылыҡтар хеҙмәте егеттәре: 

- Беҙҙең өсөн ул "свой брат" булды. Бергәләшеп сәйен дә эстек, өмәһенә лә сыҡтыҡ, гөлдәргә һыу ҙа ҡойҙоҡ. Бер ҡасан да мин халыҡ артисы, мин шундай тигәнен ишетмәнек. Бар йөрәген һалып беҙҙе журналистикаға, матур, дөрөҫ телмәр ҡағиҙәләренә өйрәтте. Һәр кемгә ваҡыт тапты. Кем килһә лә, бушлай дәрес үткәрҙе. Ихлас булды. Ул беҙгә белем биреп кенә ҡалманы, атайҙарса тормош тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты, хатта аш-һыу серҙәренә өйрәтте.

Нисек инде ышанырға? Әхәт ағай отгул алып ауылға ҡайтҡан да, бына килеп инер, курткаһын шкафҡа алып барып элеп, эш урынына барып ултырыр ҙа: Нимә, егеттәр, эш башланыҡмы тейер кеүек..

 

Төркөмдәше Фәрзәнә Аҡбулатова: 

-Мин уны яҡындан белгәс, әйтә алам-тыштан ысын ир-егеттәрсә сабыр, тыныс булһа ла, эстән быяла кеүек ыуалыусан, бик нескә ине уның күнеле. Һәм бөйөклөгө ябайлыҡта ине. Ә бөйөктәргә йәшәүе ауыр, ауыр. 

Бер ҡасан да зарланманы. Барыһына ла ғәжәп тиң ҡараны. Һәм күңелендә тамсы ла насар уй булманы. Насар уйлай белмәне лә ул. Белмәне. Балаларса асыҡ булды.

 

Килендәре Светлана Мортазина: 

- Ейәнсәре менән бер йән ине ул. Уны тубығына ултыртып ашатты, елкәһендә йөрөттө. Атайҙарға килһәк, олатаһы ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнай, Камила бейей ине. Атай киткәс...Өйҙәренә барһаҡ, 5 йәшлек Камила олатаһы йоҡлаған бүлмәгә кереп бикләнә лә, көҙгө алдында тороп ҡумыҙҙа уйнай. Ул ҡумыҙҙы ҡайҙан тапҡандыр...Олатаһы өйрәткәнсә, дөрөҫ итеп ауыҙына терәй, етмәһә. Үҙенең нимәлер үҙ-үҙенә һөйләгәнен дә ишетәм...Быйыл йәйгә улар атай менән икәүләшеп кенә ауылға ла ҡайтырға йыйынғайнылар. Олатайы фотолар күрһәтеп, ауыл тураһында һөйләй...Ә Камилла ауылға ҡайтабыҙ, тип көтөп йөрөй ине...

Нисек ауыр икәнен мин аңлата алмайым. Тапшырыуҙы ла тыңлай алмаҫмын, ғәфү итерһегеҙ...

 

"Юлдаш" радиоһының баш режиссеры Гөлнур Моталлапова: "Мин үҙемә был хәлдән ҡотҡарыусы әмәл уйлап таптым: эшкә килгәндә, Әхәттең коридорҙағы фотоһына ҡарап: "Привет, Әхәт!" Ҡайтҡанда, "Пока, Әхәт!" тип ҡайтып китәм. Ул сыҡҡан ғына тейем. Уға уҡырға тип әҙерләп ҡуйылған материалдар һаман ята. Кемдән уҡытырға ла белмәйем...Һаман Әхәт уҡыр, тип көтәм. Коридорҙан тауышын көйләп хәҙер килеп етер кеүек. Яһалмаһыҙ ысын тауыш. Эталон тауыш. Ҡыйын миңә". 

 

Мин ул тынлыҡты хәтерләйем. Беҙ ул тынлыҡты йөрәк аша үткәрҙек. Хәтерләнек. Һеңдерҙек. Һәм инандыҡ: һүрелмәҫ моң, тынмаҫ тауыш бар...Беҙҙең Әхәт ағайыбыҙ...

 

#ӘхәтМортазин 

#БеҙҙеңЙөрәктәрҙә 

#ҺүрелмәҫМоң_ТынмаҫТауыш

Махсус репортаж
Махсус репортаж
Махсус репортаж
Махсус репортаж
Махсус репортаж
Махсус репортаж
Акции БСТ
Пенальти