Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Өфөлә ваҡытлыса урынлашыу өсөн 54 пункт, 11 күҙәтеү посы һәм 24 ташҡынға ҡаршы штаб ойоштороу күҙаллана. Әле баш ҡала биләмәһендә 12 гидротехник ҡоролма урынлаштырылған. Бөтә ҡоролмаларҙа ла ревизия үткән, улар яҙғы ташҡынға әҙер тип табылған. Павловка гидроэлектростанцияһында ла яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды. Республиканың иң ҙур һыуһаҡлағысында электр энергияһын генерациялау менән бер рәттән, запас һыу туплау һәм йылға кимәлен көйләү мәсьәләһе хәл ителә. План буйынса капиталь ремонт 50 процентҡа теүәлләнгән. Республикала 500-гә яҡын гидроҡоролма иҫәпләнә. Быйыл ташҡын апрель аҙаҡтарында көтөлә.

Никита Якин
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Карантинда эште нисек дөрөҫ ойошторорға?
Новости
Бәшмәк ауырыуы
Бәшмәк ауырыуы
Новости
Тештәр һаулығы
Тештәр һаулығы
Новости