Мостай Кәрим

   Башҡортостандың халыҡ шағиры  Мостай  Кәримдең  әҙәбиәтебеҙгә, рухи донъябыҙға  һалған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ . Тәрән фәлсәфәгә һәм нескә лирикаға бай  шиғырҙар  ҙа, ил-донъя, халыҡ яҙмышы, әҙәм балаһының ер йөҙөндәге  тәғәйенләнеше хаҡында уйланыуҙарҙан туҡылған  проза һәм драма әҫәрҙәре лә, ғүмер миҙгелдәрен байҡаған иҫтәлектәре лә бай ижади мираҫын  тәшкил итә.  Әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәте  генә түгел,  милли театр сәнғәте  үҫешенә лә  ҙур ҡеүәт бирҙе.  Мостай  Кәрим - башҡорт әҙәбиәтенең  донъя  мәҙәни  мөхитенә  юл ярыусыһы, танытыусыһы. Шағирҙың   поэтик мираҫынан  шәлкем  радио фондына автор  уҡыуында  яҙылған. 

Ҡаурый ҡәләм
Шиғриәт минуттары
Ҡаурый ҡәләм
Шиғриәт минуттары
Ҡаурый ҡәләм
Шиғриәт минуттары
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями