Рәми Ғарипов. Мөхәббәт лирикаһы

“Шиғриәт минуттары”нда Башҡоростандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижади мираҫынан бер шәлкем яңғыратабыҙ.

Шиғриәт минуттары
Рәми Ғарипов. Мөхәббәт лирикаһы
Шиғриәт минуттары

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Өфөләге 9-сы һанлы мәктәпте тамамлағас, Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында белем ала. Рәми Ғариповтың ижады туған тел яҙмышы, халыҡтың киләсәге тураһында тәрән уйланыу-һыҙланыуҙар менән һуғарыла, шиғырҙары быуындан-быуынға изге аманат итеп илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын тапшыра. Баҫалҡы тойғо-хистәрҙән ҡойолған лирик әҫәрҙәренә мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаған фәлсәфә хас, улар күңелдәрҙе ябайлыҡтан ҡеүәт алған бөйөклөгө менән арбай.

Рәми Ғариповтың шиғырҙарын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хайсаров уҡый.

Ҡаурый ҡәләм
Шиғриәт минуттары
Ҡаурый ҡәләм
Шиғриәт минуттары
Ҡаурый ҡәләм
Шиғриәт минуттары
Уфимская волна
Пенальти