Тоба. Тойоҡ. Тоҡойоу. Тоҡон. Томтоҡ.

Тоба.

Телһөйәр
Тоба. Тойоҡ. Тоҡойоу. Тоҡон. Томтоҡ.
Телһөйәр

“Упҡын”, “ятыу”, “соңғол” тигән һүҙҙәрҙең синонимы. Миҫалға: Тәрән тоба. Йылғаның тоба урыны.

……………

Тойоҡ.

Батҡыл урын тураһында белдергән һүҙ. Миҫал: Тойоҡҡа төшөп ҡуйма.

……………

Тоҡойоу.

“Тоҡойоу” - “Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй йүгереү, сабыу” мәғәнәһенә эйә. Миҫалға:. Ҡаты һөжүмгә эәлккән дошман килгән яғына кире тоҡойҙо.

………….

Тоҡон.

“Тоҡон” – тимәк, “Аҡмай ятҡан”. Миҫал өсөн: Тоҡон күл.

……………….

Томтоҡ.

“Ҡыҫҡа буйлы” тигәндә ҡулланылған һүҙ. Мәҫәлән: Томтоҡ кеше.

Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ