Студия ҡунағы - Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы.
«Хәбәрсе яҙмалары»нда - Тәтешле районында XVI быуатта йәшәгән арҙаҡлы милләтәшебеҙ, мәшһүр сәйәси эшмәкәр, Ирәкте башҡорттары вәкиле Иҫән ханға мемориаль комплекс (көмбәҙ формаһында металдан сүкеп яһалған ҡоролма) асыу тантанаһынан репортаж.
«Рухиәт» рубрикаһы геройы - Туймазы районы Ҡандракүл ауылында йәшәүсе тыуған яҡты өйрәнеүсе Раян Баһаүетдинов. Ул үҙ иҫәбенә ата-бабаларҙың көнкүрешен сағылдырған «Ҡыҙыл балыҡсы колхозы» музейын асҡан. Бында боронғо башҡорттарҙың кәсеп-шөғөлө, йәшәйеше менән танышырға мөмкин.
Гость программы - заместитель руководителя Территориального органа Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Заслуженный экономист Республики Башкортостан. Советник государственной гражданской службы Российской Федерации 1-го класса. Член Союза журналистов РФ и РБ Рустам Гатауллин.
В рубрике «Хәбәрсе яҙмалары»: сюжет с торжественного открытия мемориального комплекса (кованое каркасное сооружение в виде купола), выдающемуся политическому деятелю башкирского народа середины XVI в., основоположнику табынского ханства, лидеру Ирактинских башкир Исан (Асан) хану.
Герой рубрики «Рухиәт» - житель деревни Кандрыкуль Туймазинского района Раян Багаутдинов, который на своем домовом участке создал необычный музейный комплекс: бревенчатый дом с лубяной крышой, печкой на полдома, дом рыбака-крестьянина. В музее представлены орудия труда наших предков, предметы быта и домашнего обихода.