Студия ҡунағы – тыуған яҡты өйрәнеүсе, шәжәрәләр төҙөүсе, Ғәли Соҡорой музейы хеҙмәткәре, Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылы мәсетенең имам-хатибы, 28 быуын нәҫел ебе шәжәрәһен төҙөгән Бәхтегәрәй Арманшин.
«Хәбәрсе яҙмалары»нда - Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге ауыл мәҙәниәте йортона тапшырыу тантанаһынан репортаж. Яңы Аҡтанышбаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Әхмәтхужа Әхмәҙуллин менән Хәнәфи Нурғәлиев 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин - дивизия байраҡсыһы. Икеһе лә яу яланында батырҙарса һәләк була.
Билдәле тележурналист Гәүһәр Батталованың «Минең исемем Салауат» тип аталған документаль фильмы геройы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһы академигы, билдәле скульптор Салауат Щербаков. Салауат Щербаковтың атаһы – Александр Щербаков (Дәүләтхажи Сиражетдин улы Ишкилдин) милләте буйынса башҡорт, Ырымбур өлкәһенән. Һуғыштан һуң Мәскәүҙәге электротехник техникумға уҡырға инә һәм баш ҡалала төпләнә. Бөйөк Еңеүгә ун йыл тулған йылда - 1955 йылда донъяға ауаз һалған улына милли геройыбыҙ Салауат исемен бирә.
Гость программы: краевед, основатель и руководитель музея имени Гали Сокроя, имам мечети села Старочукурово Татышлинского района Бахтигарей Арманшин. Он одним из первых еще в далекие 90-ые годы составил свою родословную, где по документам ревизских сказок, семейным материалам ясно видно - он башкир рода Иракте, потомок выдающийся башкир Гали Сокроя, Гарифуллы Киекова.
В рубрике «Хәбәрсе яҙмалары» - репортаж из села Новый Актанышбаш Краснокамского района, где прошла торжественная церемония вручения знамени 112-й Башкирской кавалерийской дивизии сельскому дому культуры имени Ахматхужи Ахмадуллина. Уроженец Нового Актанышбаша Ахматхужа Ахмадуллин был знаменосцем дивизии и геройски погиб во время рейда шаймуратовцев на Донбасс.
В рубрике «Рухиәт» сюжет о документальном фильме известного тележурналиста Гаухар Батталовой «Меня зовут Салават», героем которого является академик Российской академии художеств, народный художник России Салават Щербаков. Фильм рассказывает о жизни и творчестве «молодого башкира», как он сам себя называет. В картине он впервые заговорил на башкирском языке, рассказал, что мечтает поставить в Башкортостане памятник по мотивам эпоса «Урал батыр». Фильм создан при поддержке Главы Башкортостана и Правительства республики