Башкорттар. Выпуск от 27.11.2021

Студия ҡунағы – Башҡортостан республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм күренекле урындарҙы һаҡлау буйынса советтың (ИКОМОС) Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе, дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреү буйынса федераль эксперт Данир Ғәйнуллин.

«Хәбәрсе яҙмалары»нда – Пермь крайының Барҙы районында «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды. Ул Ғәйнә башҡорттарына бағышланған тарихи монументаль комплекстың дауамы булып тора. Дүрт китаптан торған арт-объектта данлыҡлы Ғәйнә башҡорттары — Туҡтамыш Ижбулатов, Исмәғил Тасимов, Ғәйнә башҡорттары араһынан Салауат Юлаевтың һигеҙ полковнигы һәм ғәйнәләрҙән 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 полк тарихы сағылдырылған.

«Рухиәт» рубрикаһы геройы - йәш, талантлы йырсы, халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Рәфис Сирусин. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһы солисының репертуарында халыҡ йырҙары айырым урын алып тора.

Гость программы - директор Научно-производственного центра по охране и использованию недвижимых объектов культурного наследия РБ, федеральный эксперт по проведению ГИКЭ, руководитель регионального отделения ИКОМОС Данир Гайнуллин.

В рубрике «Хәбәрсе яҙмалары» - сюжет из Бардымского района Пермского края, где состоялось историческое событие: торжественно открылась аллея с арт-объектами из книг «Золотая книга предков», которая является продолжением монументального исторического комплекса о гайнинцах-башкирах. В этих четырех книгах – арт-объектах отображена история Туктамыша Ижбулатова, Исмагила Тасимова, восьми полковников Салавата Юлаева из числа гайнинских башкир, а также 20 полка, собранного из гайнинцев и участвовавшего в боях Отечественной войны 1812 года.

Герой рубрик «Рухиәт» - молодой талантливый певец, исполнитель башкирских народных песен, лауреат республиканских, российских и международных конкурсов Рафис Сирусин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ