Студия ҡунағы – филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр Үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Ҡулланмалы лингвистика һәм диалектология бүлеге мөдире Зиннур Әмир улы Сиразитдинов.
«Хәбәрсе яҙмаларында» - Бөрйән районында үткән «Ижади майҙан» күсмә комплекслы сараһынан сюжет. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелгән сара Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан уҙғарылды. Сара барышындағы семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре комплексы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы асҡан мөмкинлектәрҙе, урындағы һәләттәрҙе табыу, үҫтереү юлдарын күрһәтәсәк, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын үҫештә файҙаланырға ярҙам итәсәк.
«Рухиәт» рубрикаһы геройы – «Шәп башҡорт. Игра в башкира» bashkir_game өҫтәл уйыны проекты авторы Әлфиә Күсәрбәева. Өҫтәл уйынының маҡсаты - башҡорт халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Гость программы – кандидат филологических наук, ведущий научный сотрудник, заведующий лабораторией лингвистики и информационных технологий ииял УНЦ РАН, создатель Машинного фонда башкирского языка Сиразетдинов Зиннур Амирович.
В рубрике «Хәбәрсе яҙмалары» - сюжет с Бурзянского района, где под эгидой Международного союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир» прошло выездное комплексное мероприятие «Ижади майҙан» в рамках Года башкирской культуры и духовного наследия. Комплекс семинаров и мастер-классов, начатый в Бурзянском районе, представит сообществу деятелей культуры возможности, открывающиеся в рамках Года, поможет понять как найти и взрастить местных самородков, помочь широкому кругу жителей республики прикоснуться к кладези культурного и духовного наследия.
Герой рубрики «Рухиәт» - Альфия Кусербаева, основательница башкирской настольной игры «Игра в башкира» bashkir_game. Цель познавательной игры - развитие любознательности, познавательного интереса к истории, литературе и культуре башкирского народа.