Был фотолар Архангел район үҙәгенең Йәштәр микрорайонында төшөрөлгән. Үҙәккә үткән мәсьәлә – юлһыҙлыҡ.
Архангел ауылының яңы биҫтәһендә участоктар башлыса йәштәргә бирелә. Әлеге ваҡытта 222 ер бүлеме бүленгән, уларҙың яртыһының хужаһы бар. Ә йорт күтәреү өсөн был юлдан материал ташыу ауырға төшә. Был хәл Йәштәр микрорайонына 5-6 йыл элек йәшәргә күскән Рафаэль Ғималиевты ла борсомай ҡалмай.
Микрорайонда йәшәүселәр Интернет селтәренә проблема хаҡында яҙа. Мөрәжәғәт иғтибарһыҙ ҡалмай. Урындағы халыҡ власть органдарынан тейешле яуап алып, мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә өлгәшә.
4,7 километрға һуҙылған юл ай ярым ваҡыт эсендә ремонтлана. Эштәрҙе башҡарыу өсөн Архангел районына дүрт берәмек юл техникаһы һатып алына.
Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быйыл инцидент менеджмент системаһына эләккән мөрәжәғәттән тыш, яңы техника ярҙамында район буйынса 37 километр юл төҙөкләндерелә. Тимәк, ҡышҡы осорҙа ла урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу менән бәйле проблема булмаясаҡ, йәғни юл мәсьәләһе ваҡытында хәл ителәсәк.
Әлфинә Килдейәрова.