Йылдар үткәс улар таушалып, хәүефлегә әйләнгән.
Заман менән бергә тормош та үҙгәрә. Шуға күрә яңы ҡоролмалар һатып алыу көн талабы. Ата-әсәләр ҙә балаларҙы яңы ҡаласыҡта уйнатырға теләй. Бәүелсәкте лә улар һораған.
Иҫке бәүелсәк менән таусыҡты былтыр ата-әсәләр фотоға төшөргән. Араларынан берәү уны социаль селтәргә һалған. Был хәлде Инцидент системаһы теркәгән.
Мәләүез районы хакимиәте сығымдар бүлә. Васильевка ауылының мәктәпкәсә йәштәге учреждениеһы яңы балалар майҙансығына өсөн 150 мең һум аҡса ала.
Балалар майҙансығын өлкән тәрбиәсе һайлай. Ҡаласыҡ сағыу, матур һәм хәүефһеҙ. Рәйлә Әхмәрова әйтеүенсә, ул объектты балаларға һөйөү менән һайлаған. Мәктәпкәсә учреждениела – төрлө йәштәге 10 тәрбиәләнеүсе иҫәпләнә.