Өфөлә «Инцидент» программаһы ярҙамында авария хәлендәге йорттар ремонтлана

Ҡойола башлаған стеналар, тимер киҫәгенә әйләнгән почта йәшниктәре, һерәйеп торған сымдар. СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 47-се йорт хужалары йылдар дауамында ошондай шарттарҙа йәшәй. Подъезда ремонт үткәрелгәне лә юҡ. Төҙөкләндереү өсөн байтаҡ сығымдар талап ителә.

Фото №1 - Өфөлә «Инцидент» программаһы ярҙамында авария хәлендәге йорттар ремонтлана

Лариса Спицына, йорт советы рәйесе: “Бында стеналарҙы буяп ҡына рәткә килтереп булмай. Ишектәрҙе, сүп-сар торбаларын, коммуникацияларҙы ла алмаштырырға кәрәк”.

Йорттоң 11 подъезында ла ошондай күренеш. Фатир хужалары ярҙам һорап республика етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Социаль селтәрҙәрҙә фотоһүрәттәр һалып хәлде аңлатып биргән. Ялыу "Инцидент" системаһына эләгә һәм Октябрь районы хакимиәтенә йүнәлтелә.

Гөлшат Шәйхетдинова, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең граждандар мөрәжәғәте менән эшләү төркөмө етәксеһе урынбаҫары: “Был йорттан Инцидентҡа өс мөрәжәғәт эләкте. Уларҙың барыһы ла тотош йортто борсоған проблеманы асып һала. Ялыу тиҙ арала ҡаралды һәм подъезд быйылғы ремонт планына индерелде”.

Октябрь проспектындағы был йортта йәшәүселәр баҫҡыстар таушала башлауына ризаһыҙлыҡ белдерә. Мөрәжәғәттә улар оло йәштәге ҡатындың ҡолап аяғын һындырыуын да яҙған.

Мөрәжәғәт тиҙ арала ҡарала. Баҫҡыстан хәҙер ҡурҡмайынса төшөргә мөмкин. Әммә йорттағы проблемалар бының менән генә бөтмәй әле.

Лидия Трофимова, Октябрь проспекты 66/а йортында йәшәүсе: “Подъезда һыуыҡ. Күршеләргә инеп сыҡҡанда ла өшөп инәһең. Эргәләге йорттарҙа тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар, ә беҙҙә ярылып бөткән. Ҡайһы берҙәре ябылмай ҙа”.

Инцидент ярҙамында урында йәшәүселәр властарҙың иғтибарын йәлеп иткән. Уларҙың йорто подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһынга индерелгән. Хәҙер фатир хужаларына бергә тупланып башҡарыласаҡ эштәрҙе билдәләргә генә ҡала.

Октябрь районы баш ҡаланың иң ҙур муниципалитеты. Инцидент системаһы көн дә районда йәшәүселәрҙән 20-гә яҡын мөрәжәғәт ҡабул итә. Уларҙы эшкәртеү менән махсус төркөм шөғөлләнә. Декабрь башынан алып хеҙмәткәрҙәр өс йөҙгә яҡын ялыу ҡабул итеп ыңғай яуап биргән. Уларҙың күпселеге тап подъездарға ҡағыла. Республикалағы барлыҡ подъедарҙы ла тәртипкә килтереү өсөн 6 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.

Елена Прочаковская, Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәте менән эшләү буйынса эшсе төркөм етәксеһе: “Программа 6 йылға иҫәпләнгән. Был ваҡыт эсендә 26 мең подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Әммә бынан тыш та урындарҙа эш алып барыла. Квитанцияларҙан бит йортто хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәрҙе береһе лә алып ташламаны”.

Төҙөкләндереү программаһы стеналарҙы буяу ғына түгел. Ремонт комплекслы башҡарыласаҡ. Әйткәндәй, ниндәй эштәр талап ителгәнлеген, хатта, стеналарҙың ниндәй төҫтә буласағын да, йортта йәшәүселәр үҙҙәре хәл итәсәк.

Автор: Айнур Кәбиров.

Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии