Благовар районы халҡы «Инцидент» системаһы ярҙамында сүп-сар сығарыу мәсьәләһен хәл иткән

Благовар районы үҙәге Языков ауылынан Наталья Яковлева тураһында яҡташтары әүем замандашыбыҙ тиергә күнеккән. Үҙе йәшәгән ихатала көнкүреш ҡалдыҡтыры өсөн контейнер булмауына ла ул күҙ йомоп ҡарамаған. Социаль селтәрҙә яҙған. Борсолоу белдереүе бушҡа булмаған. Мәсьәлә тиҙ арала хәл ителгән.

Фото №1 - Благовар районы халҡы «Инцидент» системаһы ярҙамында сүп-сар сығарыу мәсьәләһен хәл иткән

Наталья Яковлева, Языков ауылында йәшәүсе: “Я написала 18-го вечером 19-го утром контейнер уже стоял”.

Благовар районы буйынса төбәк операторы итеп Өфөнөң махсус автохужалыҡ предприятиеһы тәғәйенләнгән. Сүп-сар реформаһы үҙ көсөнә инеү менән көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу машиналары район үҙәге урамдарына ғына түгел, төпкөл ауылдарға ла барып етә,- ти урындағы хакимиәт вәкилдәре. Етешһеҙлектәргә килгәндә уларҙы бөтөрөү буйынса эҙмә-эҙлекле эш башҡарыла. Район үҙәгенең төп урамдарына сүп-сар контейнерҙары күптән ҡуйылған.

Рафаэль Еникеев, Языков ауыл биләмәһе башлығы: “Беҙҙең пока Языков ауылында 82 контейнер ҡуйылған. Беҙгә тағы ла 80 контейнер кәрәк. 2019 йылдың июленә тиклем беҙ был контейнерҙарҙы һатып алып ҡуйырға тейеш”.

Сүп-сар реформаһы иң төпкөлгә лә барып етергә тейеш, тип билдәләй район етәкселеге. Әлегә тиклем көнкүреш ҡалдыҡтары бөтөнләй сығарылмаған ауылдарға ла хәҙер төбәк операторҙары барып етә. Районда барлығы 167 контейнер урынлаштырылған. 2019 йылдың июленә тиклем улар етешмәгән барлыҡ ауылдарҙа ла ҡуйылырға тейеш.

Әлбиттә, өҫтөнлөк сүп-сар контейнерҙарына бирелә. Әммә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары махсус ҡапсыҡ ярҙамында йыйылған урамдар ҙа бар Языков ауылында. Бындай урындарҙан төбәк операторы машиналары алдан билдәләнгән график буйынса үтә.

Рәмзиә Мосабарова Иглин районы үҙәгендә йәшәй. Хаҡлы ялда. Донъя көткәс, сүп тә сыға, шөкөр хәҙер таҙартып торалар тип шатлана оло йәштәге ханым.

Рәмзиә Мосабарова, Иглин ауылында йәшәүсе: “Йыйыла инде балам йыйыла. Һөттөр нейҙер һауыттары хәҙер ҡағыҙҙан бит, сүп тиҙ йыйыла. Рәхәткә сыҡтың сығараһың да түгәһең”.

Иглин районы үҙәгендә лә әлегә тиклем көнкүреш ҡалдыҡтары менән хәл башҡасараҡ ине. Ауыл уртаһындағы рөхсәтһеҙ сүплектәр оҙаҡ ваҡыт урындағы халыҡтың маҙаһына тейҙе. Әммә әле үҙгәрештәр һиҙелерлек. Тау-тау сүп өйөмдәре таҙартыла. Көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйыла. Белгестәр фекеренсә, был күренеш тәү сиратта ҡануниәттәге үҙгәрештәр һәм битараф булмаған кешеләрҙең социаль селтәрҙәге әүҙемлеге менән бәйле.

Рәмзиә Мосабарова, Иглин ауылында йәшәүсе: “Вокзальный урамында сүп йыйылмай ине. Туҙып ята ине. Эттәр тарата торғайны. Аллаға шөкөр әле таҙартыла”.

Иглин районы хакимиәтенең "Инцидент" системаһы өсөн яуаплы белгесе Миләүшә Хәсәнова әйтеүенсә лә, төбәктә сүп-сар сығарыу мәсьәләһе мөрәжәғәттәр араһында беренсе урынды биләй. Әммә үҙләштерелгән заманса эш алымы власть вәкилдәренә тынғылыҡ бирмәй. "Инцидент" социаль селтәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре араһында иң киҫкен мәсьәләне иғтибарға алып урындарға хакимиәттәргә тәүге яуап өсөн өс сәғәт самаһы ваҡыт бирә.

Миләүшә Хәсәнова, Иглин районы хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе: “2018 йылдың октябренән алып "Инцидент" менеджмет программаһы буйынса эшләйбеҙ. шул осорҙан алып сама менән 700 мөрәжәғәт ҡабул ителде. Уларҙың күбеһе ыңғай хәл ителде. Көнөнә яҡынса 3-тән 15-кә тиклем мөрәжәғәт ҡабул итәбеҙ һәм мөрәжәғәт яҙған кешегә төплө сроктары сикләнгән яуап тәҡдим итергә тейешбеҙ”.

Бурыстар аныҡ билдәләнгәс, мәсьәлә лә тиҙ арала хәл ителә. Власть вәкилдәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлеген күреп, интернет ҡулланыусылар социаль селтәрҙәге әүҙемлеген арттыра ғына.

Диана Ихсанова, Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре: “Бөтә республиканан сүп-сар реформаһы буйынса мөрәжәғәттәр ысынлап бик күп килә. Беҙ "Инцидент" менеджмент системаһына килгән барлыҡ аңлатмаларҙы эшкә алабыҙ. Был система эшләүен кешеләр күреп тағы яҙа, проблемалары булһа”.

Ҡулланылмаған закондың етешлеһеҙлектәре күренмәй тип шаярта белгестәр. Әммә сүп-сар сығарыу өлкәһендәге үҙгәрештәргә йәмғиәтебеҙ ҙә битараф ҡалманы. Шуға ла был өлкәләге мәсьәләргә лә халыҡ йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Тимәк, рефоманы шымартыу, тармаҡ эшмәкәрлеген камиллаштырыу өсөн мөмкинлек бар. Шул иҫәптән "Инцидент" системаһы ярҙамында ла.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии