Ихатала йөрөгәндә малай аңғармаҫтан асыҡ торған ҡоҙоҡҡа ҡолап төшә. Ҡотҡарыу операцияһы бер нисә сәғәткә һуҙыла. Был ваҡиға ноябрь һалҡындарында Өфөнөң Пушкин урамында теркәлде. Ошоға оҡшаш осраҡ баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә лә теркәлә. Баланың атаһы әйтеүенсә, машинанан саналарҙы алған мәлдә генә улы ер аҫтына төшкәндәй ғәйеп була. Баҡтиһәң, Захар ысынлап та, соҡорға ҡолаған була.
Дәүләкән районында йәшәүсе ирҙе лә күңелһеҙ хәлдән бер аҙым ғына аралай. Ҡоҙоҡтоң ҡапҡасын таба алмағас ул фотоға төшөрөп күршеләрен һаҡ булырға иҫкәртә.
Баҡтиһәң, интернеттағы мөрәжәғәт "Инцидент " системаһына ла эләккән. Улар үҙ сиратында урындағы коммуналь хеҙмәттәргә йүнәлткән. Ошо рәүешле мәсьәлә бер сәғәт эсендә генә хәл ителә. Асыҡланыуынса, уның ҡапҡасын бурҙар сәлдергән. Дәүләкән властары әйтеүенсә, суйындан ҡойолған ҡапҡастарҙы икенсел тимергә тапшырыу өсөн йыш урлайҙар.
Асыҡ торған ҡоҙоҡтарға бәйле мөрәжәғәттәрҙе "Инцидент" системаһының эшсе төркөмө кисекмәҫтән хәл итә. Сөнки һәр үткән секунд кеше сәләмәтлеге, хатта кемдеңдер ғүмеренә тороуы ихтимал.
Баш ҡалала асыҡ торған ҡоҙоҡтар менән бер нисә күңелһеҙ хәл теркәлгәндән һуң һыуүткәргес торбаларын, коммуникацияларҙы хәүефһеҙлеккә тикшерә башланылар. Ҡышҡылыҡҡа люктарҙы ҡарҙан таҙартып махсус билдәләр ҡуйып ҡалдыралар.
Ул арала республика етәксеһе Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарына бурҙар менән көрәш башларға ҡушты. Полиция хеҙмәткәрҙәре еңел табыш артынан ҡыуып кеше ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡукйыусыларҙы асыҡлау маҡсатында икенсел металл ҡабул итеүсе йүнселдәр эшмәкәрлеген тикшерә.
Автор: Айнур Кәбиров.