Дыуан районы Мәсәғүт ауылындағы мөһим социаль объекттар Игнатий Усов урамында урынлашҡан. Ял паркына йәки ҡала хакимиәтенә килгән кешеләр ошо урам аша үтә. Әлбиттә, автомобилдәр һаны ла бихисап - киң магистраль дә Игнатий Усов урамы менән тоташа. Урындағы халыҡты оҙаҡ йылдар был урамды яҡтыртыу мәсьәләһе борсой.
Юл буйында ут бағаналары бар, әммә күптәренең лампаһы янмай. Был проблеманы хәл итер өсөн Мәсәғүттәр Инцидент программаһына мөрәжәғәт итә. Бер нисә көндән урам яҡтыртыла башлай.
Урамдарҙа ут булмауы төбәктә киң таралған күренеш. Республика етәксеһе эш сәфәрендә был һорауға ҡарата ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Бер нисә көн эсендә Инцидент программаһына төрлө район-ҡалаларҙан ялыуҙар килә башлай. Белгестәр, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ тип вәғәҙәләй.
Әлегә Мәсәғүт етәкселеге биләмәлә яҡтыртыу системаһын төҙөкләндереүҙе дауам итә. Тәү сиратта иғтибар балалар өсөн тәғәйенләнгән учреждениеларға йүнәлтелә. Биләмәлә 3 белем усағы һәм 7 балалар баҡсаһы бар. Мәктәп тирәһен яҡтыртыу өсөн урындағы властар республика адреслы программаһына ғариза яҙа.
Инцидент программаһы ярҙамын тойған граждандар, социаль селтәрҙә башҡа һорауҙар буйынса ла мөрәжәғәт итә башлай. Урамдарҙы яҡтыртыуҙан тыш, Дыуан халҡын сүп-сар реформаһы ла борсой.
Дыуан хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яҙ етеү менән юлдарҙы төҙөкләндереүҙе һорап мөрәжәғәт итеүселәр арта тип фаразлай. Шулай уҡ, ауылдың башҡа урамдарында өҫтәмә ут үткәреүҙе үтенеүселәр байтаҡ. Мәсәғүттә 88 км юлды 800 бағаналағы лампалар яҡтырта. Уларҙы тәртипкә килтерер өсөн район бюджетынан 400 мең һум аҡса бүленәсәк. Был аҙым Дыуан үҙәген хәүефһеҙ, урындағы халыҡтың тормош сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк тип билдәләй белгестәр.
Автор: Флорида Ким.