Асыҡ ҡалдырылған ҡоҙоҡҡа ҡоламауҙан Александрҙы күҙәтеүсәнлеге генә ҡотҡара. Скандинав таяҡтарында йөрөргә яратҡан ир, сираттағы күнекмәләр барышында хәүеф һиҙә. Билдәһеҙ кешеләр канализация люгының сөгөн ҡапҡасын алып китә. Был соҡорға бала-саға ла төшөп китеү ихтималлығы ҙур, сөнки яр буйында ҡалала йәшәүселәр тотош ғаиләләре менән йөрөй. Өфөлә йәшәгән ир ҡулындағы кеҫә телефонына был хәүефле урынды төшөрөп социаль селтәргә һала.
Битараф булмаған гражданиндың мөрәжәғәтен инцидент программаһы теркәй. Етешһеҙлекте бөтөрөүгә заявка Киров районы хакимиәтенә йүнәлтелә. Бер-нисә сәғәттән асыҡ люк бикләнде, тигән яуап алына. Был хәлдең ыңғай хәл ителеше, эштәр тамамланғандан һуң,төшөрөлгән фото менән беркетелгән.
Быға оҡшаш хәлдәр тик Өфөлә генә осрамай. Асыҡ ҡалдырылған люктар хаҡында Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә лә ошондай уҡ инцедент теркәлгән. Сәбәбе бер - ҡара металды йыйыу пункттары ҡабул итә. Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы был проблема хаҡында хәбәрҙар, уны хәл итеү өсөн саралар күрелә.
Йыл башынан Өфөнөң Киров районында йәшәүселәр инцидентҡа 500 тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Күпселек ялыуҙар торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә бәйле. халыҡты башлыса юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың булмауы,мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм балалар коляскаларына пандустар булмауы, тишек түбәләр, яҡтыртылмаған урамдар һәм өй яны биләмәләре борсой.
Йылға яры буйлап йөрөгәндә Александр элек төшөрөп алған асыҡ канализация люгынан йыраҡ түгел, ҡулдан эшләнгән хәүефһеҙлек саралары ҡуйылған ҡапҡасһыҙ искенсе люкты ла күреп ҡалған. Бында ла ҡара металл һатыусылар эҙ ҡалдырған. Был эште табыш килтерә тип әйтеү мөмкин түгел, 50 килограмлы сөгөн ҡапҡасты металл ҡабул итеү пуктына килтерергә, уның өсөн бер-нисә йөҙ һум аҡса алырға... Ә асыҡ ҡалдырылған люкка йығылып төшөү осрағында һаулыҡҡа килтерелгән зыян тураһында оноторға ярамай. Бигерәк тә бала ҡолағанда. Шуға ла күҙәтеүсән һәм иғтибарлы Өфөлө ваҡытлыса күрелгән хәүефһеҙлек сараһын хуплай.
Автор: Гүзәл Борханова.