"Өфө" универмагы туҡталышындағы ер аҫты үткәүелендә сираттағы рейд бара. Баш ҡаланың Совет районы хакимиәте вәкилдәре йәмәғәт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рөхсәтһеҙ сауҙа нөктәләрен тикшерә. Әммә власть вәкилдәрен күреү менән һатыу итеүселәр ҡасыу яғын ҡарай. Йәшенеп өлгөрмәгәндәр законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуҙарын тормош ауырлыҡтары менән бәйләй.
Рөхсәтһеҙ һатыусылар был үткәүелгә көн дә тиерлек эшкә килә. Уларҙы штрафтарҙың ҙур булыуы ҡурҡытмай. Үҙҙәре әйтеүенсә, ҡала халҡы бындай урындарҙа баштан-аяҡ кейенергә күнеккән. Хаҡтары ла сағыштырмаса арзаныраҡ.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡала халҡы рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәр менән риза түгел. Был турала мәғлүмәтте улар социаль селтәрҙәргә лә яҙған, инцидент проектына ла еткергән.
Совет районында йыл башынан алып законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусыларға ҡарата 500-гә яҡын протокол төҙөлгән. Уларҙың 150-нән ашыуы "Өфө" универмагы туҡталышындағы ер аҫты үткәүелендә сауҙа итеүселәр.
Ер аҫты үткәүелендә рөхсәтһеҙ сауҙаға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр инцидент проектына теркәр өсөн дә етерлек тауыш йыйған. Яҡын арала был проблема "Инцидент" проектында ла тикшерелә.
Әлеге ваҡытта Совет районында ғына тиҫтәгә яҡын рөхсәтһеҙ cауҙа нөктәһе бар. Уларҙа һатыу итеүселәрҙең лицензияһы ла, сауҙа эшен алып барыуға рөхсәте лә юҡ. Өфө универмагы эргәһендә үткәүелдә сауҙа йәйелдереүселәр рейд һайын штраф түләргә лә риза, әммә улар был кәсептәренән баш тартырға йыйынмай.