Халыҡҡа социаль ярҙам теүәл күрһәтелерме? Теүәл һәм тейешле күләмдә, тип яуап бирәләр халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән. Улай ғына ла түгел, Президент Владимир Путин аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн ярҙам тураһында иғлан итте. 8 йәштән 16 йәшкәсә бала тәрбиәләүселәр ярҙамды май айынан ала башлаясаҡ. Социаль түләүҙәрҙе нисек юлларға? Кемдәр дәғүә итә ала һәм тағы ниндәй ярҙам саралары бар? Был хаҡта Халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең Өфө районы филиалы директоры Миләүшә Йәмилова һөйләр.
#объясняем_Башкортостан #ОбъясняемРФ