Үҫмер ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеге буйынса республика проекты Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылған. Тәжрибәне башҡа төбәктәргә лә таратыу маҡсаты ҡуйыла. Ни өсөн бөгөн үҫмерҙәрҙең һаулығы борсоуға һала? Ата-әсәйҙәргә нимәгә иғтибарлы булыу кәрәк? Үҫмер саҡта үткәргән ниндәй сирҙәр түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал? Түлһеҙлекте дауалау оҙаҡҡа һуҙыламы һәм һәр ваҡытта ла дауалап буламы? Беҙҙең һорауҙарға Республика медицина-генетика үҙәге табип-репродуктологы Альбина Ишмөхәмәтова яуап бирә.