Быйылғы уҡыу йылы ысын мәғәнәһендә яңыса булыуы көтөлә. Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы яңы федераль мәғариф стандарты, аҙна һайын дәүләт флагын күтәреү церемонияһы, илһөйәрлек дәрестәре һәм башҡа яңылыҡтар көтә. Илдә уҡытыусыларға иғтибар арта, ә педагогик вузда был ҡараш һиҙеләме? Бюджет урындары арттырыламы? Беҙҙең һорауҙарға М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры Винер Шәйәхмәтов яуап бирә.