Тарих фәндәре кандидаты, Республика тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе, Ә.Вәлиди ис. БР Милли китапханаһы директоры. Мобилизация иғлан ителгәс, уның махсус хәрби операцияға саҡырылыуы күптәрҙе аптыратты. Хәүеф һәм борсолоу тойғоһо менән оҙатып ҡалдыҡ, ҙур ғорурлыҡ менән ошо көндәрҙә үҙәк каналда уның хәрби корреспондентҡа биргән интервьюһын тыңланыҡ. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Марат Зөлҡәрнәев бер төркөм хәрбиҙәр менән ялға ҡайтты. Ил тойғоһо, ил алдында бурыс тураһында «Музей» ҡушаматлы яугир Марат Зөлҡәрнәев үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлаша.