Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйыл 340 меңдән ашыу кеше яҙҙы. Диктантты яҙғанда ниндәй ҡыйынлыҡтар булған? Иң йыш осраған хаталар ниндәй? Программабыҙҙың ҡунағы – М.Аҡмулла ис. БДПУ доценты, педагогика фәндәре кандидаты Сәлимә Таһирова менән бергә диктанттағы хаталар өҫтөндә эш башҡарабыҙ.