Башҡортостанда 30 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Был осорҙа кешеләргә һәм автомобиль транспортына урманға инеү ҡәтғи тыйыла. Махсус тәртип тәү сиратта кемдәргә ҡағыла? Сикләүҙе боҙоусылар ниндәй яуаплылыҡҡа тартыла? Беренсе май – яҙ һәм хеҙмәт байрамы айҡанлы ял көндәре үтте, ошо осорҙа сикләүҙе боҙоуслыра асыҡланғанмы? Ҙур бәләне иҫкәртеү маҡсатында урман янғындарына ҡаршы көрәш үҙәге хеҙмәткәрҙәре авиапутруль ойоштора. Янғын сығанаҡтарын асыҡлау осоштары йыш үткәреләме? Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин һорауҙарға яуап бирә.