22 июнь илебеҙ тарихында мөһим көндәрҙең береһе. 1941 йылда был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Ил халҡы берләшеп фашизмға ҡаршы яуға күтәрелә һәм еңеп сыға. Быйылдан В.Путин күрһәтмәһе менән 22 июнь календарҙа Хәтер һәм ҡайғы көнө – Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн булараҡ билдәләнә. Тарихи хәтерҙе һаҡлау тураһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин менән һөйләшәбеҙ.