Ниндәй ул ХХI быуат фольклоры? Кемдәр ижад итә, фольклор нисек һаҡлана? Ҡырғыҙстан Республикаһында үткән 1-се Бөтә донъя сәсәндәр һәм эпос өйрәнеүсе ғалимдар форумында ошо һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Форумда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы, профессор Розалия Солтангәрәева халыҡ ижадының алтын фондын һаҡлау тәжрибәһе тураһында һөйләй.