Өфөлә йәштәр өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә. Сара йәштәргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам итә, хеҙмәт баҙарының бөгөнгө шарттары менән таныштыра. Трудфест тип аталған вакансиялар йәрминкәһе кемдәргә эш урындарын тәҡдим итә? Йәрминкә ҡайҙа үткәрелә, бөгөн эш эҙләүсе йәштәр ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала? Хеҙмәт ҡануниәте буйынса үҫмерҙәр рәсми рәүештә нисә йәштән эшләй ала? Хеҙмәт кенәгәһе асыламы?
Эш сәғәте буйынса сикләүҙәр бармы? Өфөнөң йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәгенең бүлек етәксеһе Дәүләтова Миләүшә Фларис ҡыҙы менән әңгәмә.