Башҡортостандың Шишмә районында Күсмә цивилизациялар музейының ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәгенә нигеҙ һалынды. Бер үк ваҡытта, Турахан кәшәнәһе янында археологик ҡаҙыныу эштәре лә алып барыла. Ғалимдар ниндәй табышҡа юлыҡҡан, ниндәй һығымталар эшләргә була? Ошо хаҡта «Ирәндек» музей ҡурсаулығы етәксеһе, археолог Рәмил Насретдинов менән һөйләшәбеҙ.