Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге хәбәр итеүенсә, халыҡтың 60 проценты елек донорлығы тураһында ишеткәне юҡ һәм уларҙың һәр береһе был процедураны хәүефле тип һанай. Ошондай ҡарашты үҙгәртеү маҡсатында илдә сентябрҙән ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй елек донорҙары марафоны ойошторола. Нисек елек доноры булырға? Һаулыҡ өсөн был процедура зыянлы түгелме? Медицина өсөн елек регистры ниндәй әһәмиәткә эйә? Республика ҡан тапшырыу станцияһының бүлек етәксеһе Фирүзә Хәлилова менән һөйләшәбеҙ.