Йыл һайын республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының ҡыҙыу линияһына балаларҙы йәберләү, эҙәрлекләү тураһында шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Әгәр үткән йыл 15 ошондай осраҡ теркәлһә, быйыл мөрәжәғәттәрҙең һаны 9-ға еткән. Был рәсми теркәлгән осраҡтар ғына. Ә ысынында нисек? Әгәр баланы йәберләһәләр, нисек белергә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Был хаҡта М.Аҡмулла ис. БДПУ-ның психология факультеты деканы, БР Мәғариф һәм фән министрлығының штаттан тыш баш педагог-психологы Лилиә Халикова аңлата.