Әмир Мәжитов. Зөлфиә Ҡарабаева.

Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе дауам итә

24 майҙан Башҡортостандың баш ҡалаһы ысын мәғәнәһендә китап мәркәзенә әүерелде. Әҙәби саралар, билдәле яҙыусылар менән осрашыу, китап күргәҙмәләре - былар барыһы ла «Китап байрамы»нда. Әйткәндәй, сараға илебеҙҙең төрлө төбәгенән 200-ҙән ашыу нәшриәт йыйылған.

БСТ каналының күсмә студияһы «Китап байрамы» майҙансыҡтарында эшләй. Беҙҙең журналистарҙа ҡунаҡта - билдәле рәссам Әмир Мәжитов, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.

Китаптарҙы рәссамдар нисек биҙәй? Белорус әҙәбиәте антологияһы, хәҙерге проза һәм башҡа һорауҙар хаҡында тулыраҡ.

Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии