Әмир Әминев. Ғәлим Хисамов.

БСТ студияһында - яратҡан яҙыусыларыбыҙ

24 майҙан Башҡортостандың баш ҡалаһы ысын мәғәнәһендә китап мәркәзенә әүерелде. Әҙәби саралар, билдәле яҙыусылар менән осрашыу, китап күргәҙмәләре - былар барыһы ла «Китап байрамы»нда. Әйткәндәй, сараға илебеҙҙең төрлө төбәгенән 200-ҙән ашыу нәшриәт йыйылған.

БСТ каналының күсмә студияһы «Китап байрамы» майҙансыҡтарында эшләй. Беҙҙең журналистарҙа ҡунаҡта - күренекле яҙыусылар Ғәлим Хисамов һәм Әмир Әминев.

Мортаза Рәхимов романы нисек яҙылған? Халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминев уҡыусыларына ниндәй күстәнәс әҙерләгән?

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ