Һәр илдең йөҙөн, данын билдәләгән үҙ өлгөләре бар. Башҡорт атының бөгөнгө үҫеше нимәләрҙә сағылыш тапҡан? 24 декабрҙә БСТ телеканалында эфирға сыҡҡан “Башҡорт аты- Башҡортостан бренды” документаль фильмы ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерер. Барыһы тураһында ентекләп студиябыҙ ҡунағы- “Ҡурай” телеканалы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева менән әңгәмәләшәбеҙ.



