БСТ каналының күсмә телестудияһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында эшләй
Бында Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе араһында дуҫлыҡ форумы бара.
Студиябыҙҙың ҡунағы – Башҡортостан төҙөүселәр клубы вице-президенты Тимур Лоҡманов.
Башҡортостандың Силәбе эшҡыуарҙары менән бәйләнеше бармы? Форумда ниндәй килешеүҙәргә килделәр?



