БСТ каналының күсмә студияһы бөгөн «Торатау» конгресс-холында эшләй.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә VIII Мәғариф форумы үтә.
Студиябыҙҙың ҡунағы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Мәғариф форумы республикала 8-се тапҡыр үтә. Ошо йылдар эсендә был осрашыуҙар нимәне үҙгәртте? Форумдың иғтибар үҙәгендә – уҡытыусы абруйы. Ни өсөн беҙ бөгөн нәҡ ошо хаҡта һөйләшергә тейешбеҙ?




