«Торатау» конгресс-холында VI «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үҙ эшен дауам итә.
Форум майҙанында БСТ каналының күсмә телестудияһы эшләй.
Студия ҡунағы – Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова.
Хәйбулла районында үткәрелгән форумдарҙың төп маҡсаты нимәлә? Улар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә түгел, ә бөтә ғаилә өсөн дә файҙалымы? Йәштәр һәм ир-егеттәр был сараларҙа ҡатнашамы?



