10 октябрҙә Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Өфө ҡалаһында бер төркөм психолог, психиатрҙар ҡатнашлығында семинар ойошторолдо. Һуңғы осорҙа халыҡты хафаға һалған актуаль темалар көн ҡаҙағына сығарылды. Барыһы тураһында ентекләп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Психология факультеты деканы Лилиә Халикова менән әңгәмәләшәбеҙ.