“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы төбәктәр халыҡты берләштереүгә йүнәлтелгән төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Яманһар ауылы бер түгел, ике проектҡа старт биргән. Барыһы хаҡында ентекләп студия ҡунағы- Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов менән әңгәмәләшәбеҙ.