Изге Рамаҙан айына аяҡ баҫырға торабыҙ. Мосолман донъяһы Ураҙа тоторға әҙерләнә. Ошо уңайҙан сәләмәтлегебеҙгә иғтибар итергә саҡырабыҙ. Йөрәк сире менән яфаланған кешегә ураҙа тотоу дөрөҫмө тигән һорау ҡыҙыҡһындыра. Өфөнөң 18-се Ҡала клиник дауаханаһының Ҡабул итеү-диагностика бүлеге мөдире, беренсе категориялы кардиологы Динара Нотфуллинаны сәләмләйбеҙ



