Башҡортостанда “Хатаһыҙ ҡала” чат-боты эшләп килә. Уның ярҙамында алтаҡта, юл күрһәткестәре, туҡталыш, урам атамаларындағы хаталарҙы төҙәттерергә мөмкин. Барыһы тураһында ентекләп “Диалог Регионы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың Башҡортостан буйынса бүлеге етәксеһе Ильяс Сәғитов менән әңгәмәләшәбеҙ.