Яҡшы яңылыҡ. 2025 йылдың 1 апреленән “Ғаилә ипотекаһы” программаһы буйынса күп фатирлы йорттарҙа икенсел торлаҡ һатып алыу мөмкин буласаҡ. Исемлек Дом РФ льготалы федераль программалар операторы порталында баҫылған. Унда бөтәһе 901 ҡала бар. Дәүләт программаһының шарттары, отошло яҡтары тураһында риэлтор Сәжидә Игебаева таныштыра.