Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ... Был һүҙҙәрҙе лайыҡлы рәүештә ирекмәнлек эше менән шөғөлләнеүселәргә ҡарата әйтергә була. Улар төп эшенән тыш, ярҙамға, иғтибарға мохтаж кешеләргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Был иртәне беҙҙең Көмөш ирекмән, “Беҙ бергә” халыҡ-ара Премияһы амбассадоры Ләлә Әбүбәкирова ҡаршы ала.



