Йондоҙ булырға бер ҡасан да һуң түгел. Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшмәләр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле был һүҙҙәрҙе үҙ миҫалында раҫлай.
Ошо көндәрҙә коллектив илебеҙҙең төнъяҡ баш ҡалаһы- Санкт- Петербургҡа барып “Арт вызов” тип аталған халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад конкурсында 1-се урынға лайыҡ булды.
Студиябыҙҙа «Йәшмәләр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Рита Камалова менән коллектив ағзаһы, уҡытыусы Светлана Вәлишина.



