Бөгөн, 6 майҙа Өфө ҡалаһында “Огонь жизни” Бөтә Рәсәй эстафетаһы уҙа. Ул Елек һөйәге күҙәнәктәре донорҙарының регистрын тулыландырыу маҡсатында ойошторола (регистр доноров костного мозга). Барыһы тураһында ентекләп студиябыҙ ҡунағы- Республика ҡан ҡойоу үҙәгенең ҡан һәм уның компоненттарын әҙерләү бүлеге мөдире Фирүзә Мәүхәт ҡыҙы Хәлилова менән һөйләшәбеҙ.