2-4 июндә Өфө ҡалаһында танылған Совет һәм Рәсәй фольклорсыһы Виктор Гацак иҫтәлегенә арналған “Ваҡыт традициялары» тип исемләнгән 4-се Халыҡ-ара уҡыуҙары уҙа. Бөгөн уның икенсе көнө. Бар үҙенсәлектәрен студиябыҙ ҡунағы- Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, Фәлсәфә фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина менән әңгәмәләшәбеҙ.