Студия ҡунағы - Гөлфиә Шәүәлиева

Бөгөн Археологтар көнөндә билдәле башҡарусы, Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы Гөлфиә Шәүәлиева менән әңгәмә ойошторорға булдыҡ. Осрашыу сәбәбе бик үҙенсәлекле. 1969 йылда танылған археолог, Академик Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы янында Бәндәбикә һөйәктәрен таба, кәшәнәне тергеҙеү, һөлдәне яңынан ерләтеү маҡсатында, һөйәктәрен баш ҡала институтына тикшереүгә алып китәләр. Үҙгәртеп ҡороу эше башланғас был эш туҡтап ҡала... Ә хәҙер Гөлфиә Мәхмүт ҡыҙы бына инде 9 йыл дауамында ошо эҙләнеү эштәре менән булыша.

Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии