Яңы уҡыу йылы башланырға күп ҡалманы. Социаль селтәрҙәге постарға иғтибар итһәң, балаға ҡарағанда атай-әсәйҙәр нығыраҡ ҡурҡа, тулҡынлана, мәшәҡәттәр башланырға күп ҡалманы тип зарланыусылар ҙа юҡ түгел. Атай-әсәйҙең бындай тулҡынланыуы бәләкәстәргә нисек тәьҫир итеүе бар, баланы уҡыу миҙгеленә әҙерләүҙә төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә. Барыһы тураһында ентекләп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Психология факультеты деканы Лилиә Халикова менән әңгәмәләшәбеҙ.



