22-27 августа Өфө ҡалаһында Армия мәҙәниәте көндәре уҙа. Проект Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Төп девизы: “Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек”.
Проект сиктәрендә Республика хәрби Дан музейында “Рәсәй. Донбасс. Махсус хәрби операция” тигән күргәҙмә асыла. Барыһы тураһында ентекләп музейҙың ғилми хеҙмәткәре Әнисә Ғайсина менән һөйләшәбеҙ.



