Өфө ҡалаһында 22 августан алып “Армия мәҙәниәте көндәре” фестивале бара. Бөгөн һәм иртәгә “Батырҙар Дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың фестивале гөрләйәсәк.
Ошо уңайҙан эфирыбыҙҙа ла батырҙарыбыҙ тураһында күберәк һөйләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә “Башҡортостан-батырҙар төйәге” тип исемләнгән китап донъя күрҙе. Барыһы тураһында ентекләп Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева менән әңгәмәләшәбеҙ.



