Өфө Фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының бер төркөм студенттары Ҡытайҙа йәштәр форумында ҡатнашып, тәжрибә туплап ҡайтты. Был иртәлә факультеттың тел һәм шәрҡиәт кафедраһы ассистенты Лилиә Ғилманова, студенттар Вилдан Шәмсетдинов һәм Гөлшат Ғиззәтуллина сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашырға әҙер.



